+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
16 Апрель , 16:52

Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә

Быйыл яҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 99 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә
Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә

Улар араһында 5 мең ирекмән, 7 меңдән күберәк ойошма бар. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова  ошо турала белдерҙе.

Акция барышында 8 меңгә яҡын ағас һәм 82 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртыласаҡ, 72 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, алдағы акцияларҙа ултыртылған 1000 ағасты һәм 5400 ҡыуаҡты компенсацион йәшелләндереү планлаштырыла.

«Башинформ» Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйын йәшелләндереү башланыуы хаҡында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-15/v-vesenney-aktsii-zelenaya-bashkiriya-primut-uchastie-okolo-100-tysyach-chelovek-3727784

Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә
Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: