+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
8 Апрель , 09:54

Туймазыла ауыл дауаханаларына маммограф һәм УЗИ аппараты килтерелде

Былтыр Туймазы районының дауаханаларында капиталь һәм ағымдағы ремонт үткәреүгә 43 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Туймазыла ауыл дауаханаларына маммограф һәм УЗИ аппараты килтерелде
Туймазыла ауыл дауаханаларына маммограф һәм УЗИ аппараты килтерелде

Һуңғы биш йылда Туймазы районында һаулыҡ һаҡлау объекттарының матди-техник базаһы нығытылды. Иманғол, Покровка, Туҡай, Алексеевка, Ермөхәмәт ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Иҫке Туймазыла амбулатория асылды, Төмәнәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты реконструкцияланды, ә былтыр Ҡандра ауылы дауаханаһына маммография аппараты килде.

 

Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы” сиктәрендә 2021 йылдан 2023 йылға тиклем алты поликлиника, бер үҙәк район дауаханаһы файҙаланыуға тапшырылды.

Республикала дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу - Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһының уңышлы эшләүе һөҙөмтәһе. Уның эшмәкәрлеге республика халҡы өсөн беренсел медицина-санитар һәм медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Зилә Абдуллина фотоһы.

Туймазыла ауыл дауаханаларына маммограф һәм УЗИ аппараты килтерелде
Туймазыла ауыл дауаханаларына маммограф һәм УЗИ аппараты килтерелде
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: