+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Май 2023, 09:37

Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһы нимә ул?

Был - дәүләт тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙам буйынса яңы программа. Ул йыйылған аҡсаны бергәләп финанслауға ҡайтып ҡала. Программала ҡатнашыусы дәүләт иҫәбенә, иң мөһиме, хәүефһеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ аҡса эшләй ала, сөнки программа рәсәйҙәрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.  

Ул нисек эшләй? Ябайлаштырып әйткәндә, ҡатнашыусы һалған һәр һумға тағы бер һум өҫтәйҙәр. Оҙайлы һаҡлыҡ программаһы ярҙамында аҡсаны йыйырға ла, арттырырға ла була.

15 йылға тиклемге осорға оҙайлы срокҡа һаҡлыҡҡа йыйыласаҡ аҡса ҡатнашыусы тарафынан ирекле взностар, шулай уҡ пенсия тупланмалары иҫәбенә үҙаллы булдырыла.

Йыл һайын физик берәмектәрҙең килеменә һалымды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем алырға мөмкин. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һум суммаға страховкалана.

Оҙайлы һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Рәсәй Федерацияһының финанс министры Антон Силуанов программаның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: