+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
26 Ғинуар 2023, 11:20

Еще учитесь, а рабочее место уже ждет!

Һөнәри белем - туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн колледждарҙа белем биреү программаһы. Ул юғары квалификациялы белгес булырға мөмкинлек бирәсәк.


Программа тураһында нимә белергә кәрәк?
  Уҡыу - бушлай
  Имтихандар бирергә кәрәкмәй
  Уҡырға аттестаттың уртаса балы нигеҙендә алалар

Уҡыу ваҡыты эшсе һөнәрҙәр өсөн ике йылға һәм технологияларға нигеҙләнгәндәре өсөн өс йылға тиклем ҡыҫҡартыла. 50 процентҡа тиклем ваҡыт практикаға бүленә. Практика эш урындарында үтә.

Предприятие менән маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү төҙөгән студенттар өҫтөнлөк менән файҙалана. Ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында уҡ килешеү төҙөргә мөмкин.

Башҡортостанда «Профессионалитет» программаһында 19 колледж ҡатнаша:

– Өфө машиналар эшләү колледжы https://umkufa.ru/
– Туймазы индустриаль колледжы http://tit-rb.ru/
– Нефтекама машиналар эшләү колледжы http://www.nmt.edu.ru/
– Ишембай нефть колледжы http://www.ishnk.ru/
– Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы http://www.sxtk.ru/
– Стәрлетамаҡ политехник колледжы https://str-spc.ru/
– Учалы тау сәнәғәте колледжы https://укгп.рф/
– Күмертау тау колледжы http://kumgk.ru/
– Белорет металлургия колледжы https://rentiks2.wixsite.com/belcol
– Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы https://сксс.рф/
– И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы http://agk102.ru/
– Сибай күп профилле һөнәри колледжы https://sibaipolitech.ucoz.ru/
– С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьск нефть колледжы http://www.onk-rb.ru/
– Нефтекама нефть колледжы http://www.nnkinfo.ru/
– Бәләбәй гуманитар-техник колледжы http://www.fgoubmst.ru/
– Мәләүез индустриаль колледжы https://mic.siteedu.ru/
– Благовещен киң профилле һөнәри колледжы http://bpgt-edu.ucoz.ru/
– Салауат индустриаль колледжы https://salinc.ru/
– Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы https://uecoll.ru/

2023 йылдың 20 июненән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә мөмкин https://vk.cc/cl2BFJ

Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән күрһәтелгән һылтанма буйынса танышырға була: япроф.рф

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: