+22 °С
Ясна
Общество
17 Октябрь 2022, 12:11

Балтас районынан бүләк килтерҙеләр

"Был лагерҙа беҙҙең райондан 50-нән ашыу егет хәрби әҙерлек үтә".

Өлөшләтә мобилизациялау буйынса һәм үҙ теләктәре менән хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға яҡташтары бүләктәр ебәреүен дауам итә.

Татарстан биләмәһендә урынлашҡан дислокацияла хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә, мәҫәлән, бөгөн Балтас районынан микроавтобусға тейәп бүләктәр алып килделәр.

“Республика көнөндә үҙебеҙҙең егеттәрҙе ҡотларға, туғандарынан күстәнәс тапшырырға ҡарар иттек, – ти район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев. – Үҙебеҙҙән дә ылау килтерҙек. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа күстәнәстәрен йәлләмәне. Был лагерҙа беҙҙең райондан 50-нән ашыу егет хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың иҫән-һау булыуын күреп, изге теләктәр теләп ҡайтып китеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Егеттәрҙең кәйефе төшөнкө түгел, илде һаҡларға барыу өсөн хәрби әҙерлекте тырышып үҙләштерергә ынтылыуҙары күренеп тора ”.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-17/y-r-kt-n-sy-an-y-r-kk-baryp-et-en-2992339

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас