+22 °С
Ясно
Общество
8 Июня 2022, 11:55

Туймазы районында ике бала торба өҫтөндә уйнағандан һуң дауаханаға эләккән

Туймазы районының Кендектамаҡ ауылы янында 6 июндә кискеһен ике бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған - улар бейеклектән ҡолап төшкән һәм йәрәхәтләнгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ағалы-ҡустылы балалар йырын аша һалынған торбала уйнап йөрөгән. Ниндәйҙер мәлдә улар иғтибарҙарын юғалтҡан һәм ҡолап төшкәндәр.

«Малайҙар ошо торба үткән йырындан үҙҙәре сыға алған да ул. Ләкин уларға ярҙам кәрәк булған. Үтеп барыусы кеше уларға табиптар саҡырған. Балаларҙы ашығыс ярҙам менән урындағы дауаханаға оҙатҡандар», - тип һөйләй медицина хеҙмәткәре.

14 йәшлек малайҙың умыртҡа һөйәге һынған - уны травматология бүлегенә һалғандар. Уның ҡустыһы - 12 йәшлек малайҙың күкрәге бәрелгән. Табиптар уға ярҙам күрһәткән һәм туғандары менән өйөнә ҡайтарғандар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас