+23 °С
Облачно
Общество
12 Мая 2022, 14:24

«Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды суммаһы билдәле булды

2022 йылда «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды — 10 миллион һум. Турнирҙа башҡорт тоҡомло аттарҙа 200 жокей ҡатнаша.

Чемпионатты асыу сараһы 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Аҡбуҙат» ипподромында була. Махсус ҡунаҡ — популяр актер Дмитрий Дюжев.

Ярыштар 1/16 финал этабынан башлана. Кескәй ҡунаҡтар өсөн бушлай уйын майҙансыҡтары, батуттар, аквагрим һәм туңдырма, шулай уҡ конкурстар ойошторола.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас