“Агростартап” программаһы саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә финанслана. Был программа ауыл хужалығындағы перспективалы йүнәлештәрҙе үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, Туймазы фермеры Фәнис Вәлиев көнбағыш майы эшкәртеү проекты менән конкурста ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Аҡсаға ул ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Күптән түгел йүнсел “Агростартап”та ҡатнашыу өсөн документ әҙерләүҙә ярҙам һорап, Туймазы районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан.