+24 °С
Облачно
Общество
9 Сентября 2021, 10:39

Халыҡҡа онотолған исемдәрҙе ҡайтарырға кәрәк.

"Халыҡҡа онотолған исемдәрҙе ҡайтарырға кәрәк. Кешеләр уларҙы иҫләргә, хөрмәт итергә тейеш".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөлә Онотолған исемдәр музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Әлегә был - проекттың эш атамаһы, уның буйынса һөйләшеүҙәр генә алып барыла. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, баш ҡала үҙәгендә ҡыҙыҡлы музейға әйләнә алырлыҡ өс муниципаль бина бар.

– Халыҡҡа онотолған исемдәрҙе ҡайтарырға кәрәк. Кешеләр уларҙы иҫләргә, хөрмәт итергә тейеш, – тине республика етәксеһе.

Мәҫәлән, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт хәрәкәте лидеры, Башҡорт АССР-ының Совет халыҡ комиссары рәйесе Муллайән Халиҡов. Оло шәхесте бөтә яҡлап өйрәнергә кәрәк.

– Яңыраҡ Альбанов исемендәге музей астыҡ. Уның тарихы тураһында үҙем дә элек бик белмәй инем, хәҙер һәр мәктәп уҡыусыһы өйрәнә ала. Икенсеһе Шаляпин музейы буласаҡ. Ә өсөнсө бинаны яҡынса Онотолған исемдәр музейы тип атайыҡ. Кәрим Хәкимов – бөйөк дипломат, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы. Респрессияға эләгеп атылған, һөҙөмтәлә күп йылдар дипломатик мөнәсәбәттәр булманы. Бөйөк кеше. Әммә яҡташыбыҙ тураһында күптәр белмәй. Сираттағы өйрәнергә, халыҡҡа ҡайтарырға теләгән исем – Муллайән Халиҡов. Уның дәүләт эшмәкәрлеге арҡаһында Башҡортостандың әлеге сиктәре бар тиһәң дә була. Беҙҙә ошондай кешеләр күп, уларҙы балалар белергә, өйрәнергә тейеш, – тине төбәк етәксеһе.

Республика халҡының берҙәмлеге һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамы менән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был да - бик яҡшы аҙым.

– Бында иң мөһиме шул - халыҡ хәтерендә Шайморатов образы ныҡлы урын алған. Тик беҙҙә башҡалар ҙа бар, Таһир Кусимов, мәҫәлән. Ә беҙҙең бурыс – уларҙы хәтерләһендәр һәм хөрмәтләһендәр. Бының өсөн тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: "Башинформ". 
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2021-09-08/be-onotol-an-isemd-r-muzeyy-k-r-k-2497565?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас