+10 °С
Ясно
Новости
29 Октября 2021, 10:14

Туймазы районында халыҡтың яртыһынан ашыуы вакцинацияланған

40 меңдән ашыу кеше коронавирустан тулыһынса иммунизация үткән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Туймазы районында коронавирус инфекцияһына ҡаршы халыҡҡа вакцинация дауам итә. Районға бөтәһе 58,7 мең доза препараттары килтерелде. Тәүге компонентҡа 50 меңгә яҡын Туймазы халҡы прививка яһатҡан, был вакцинация талап ителгән халыҡтың 62 процентын тәшкил итә. 41,1 мең кеше вирустан тулы иммунитет алған - был 51,4 процент. Коллектив иммунитетҡа өлгәшеү өсөн 18 йәштән өлкән халыҡтың 80 процентына вакцина эшләргә кәрәк. Бөгөнгә Туймазы районында 5,9 мең COVID-19 йоҡторғандар теркәлгән. Инфекция госпиталендә 205 пациент ята. Ә 1,5 мең кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Был хаҡта Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин онлайн-брифинг ваҡытында хәбәр итте.

Туймазы районында халыҡтың яртыһынан ашыуы вакцинацияланған
Туймазы районында халыҡтың яртыһынан ашыуы вакцинацияланған
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас