+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 16:03

Республика хөкүмәте премьер-министры йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, икенсе вакцинаны ул тәүгеһенән һуң бер йыл үткәс эшләткән.

«Үҙемде һәйбәт тоям. Тәжрибәм бының ысынлап та һөҙөмтәле икәнен күрһәтә. Хатта сәфәрҙәргә һәм осрашыуҙарға күп йөрөһәм дә, коронавирус йоҡторманым. Шуға күрә эшләтергәме-эшләтмәҫкәме тип шикләнгәндәрҙең бөтәһе лә ҡыйыу рәүештә уны тәҡдим итә алам. Сәләмәтлекте һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Бынан алда «Башинформ» республика халҡына ревакцинация тураһында нимәләр белергә кәрәклеген хәбәр иткәйне. Тулыраҡ бында уҡығыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: