Өфөлә 2004-2005 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында велоспорт буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогына үткән ярыштарҙа Благоварҙың йәш велосипедсылары үҙҙәренең башҡаларға етди көндәш булыуын иҫбатланы.
Данил Йәнекәйев, Нияз Низамов, Сергей Кочарян, Искәндәр Кашапов, Ангелина Заһирова һәм Даяна Кинйәғолова Благовар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе дәрәжәһен яҡланы.
Ярыштарҙа 70-тән артыҡ спортсы ҡатнашты. Өс көн дауамында төрлө дистанцияларға дүрт ярыш үтте. Беҙҙең иң көслө спортсы Ангелина Заһирова йәнә үҙенең өҫтөнлөгөн раҫланы. Уларҙың өсөһөндә ул финиш һыҙығына беренсе булып килде һәм көндәштәрен уҙып китеп, иң яҡшыһы булды!
Билгеле булыуынса, Ангелина күптән түгел Ишембайҙа үткән БР йыйылма командаһына һайлап алыуҙа еңде.
Даяна Кинйәғолова 22 саҡырымға уҙышта – дүртенсе, 3 километрға – алтынсы, 27 километрға – дүртенсе булды.
Егеттәрҙән Данил Йәнекәйев иң яҡшы 10 спортсы исемлегенә эләкте. Еңеүселәргә һәм призёрҙарға аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Был ярыштар быйылғы сезонда һуңғыһы булды. Благовар районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе велосипедсылары командаһы йәй буйына төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны, тренерҙарының өмөттәрен аҡланы. Афарин, егеттәр һәм ҡыҙҙар!
Әле лә беҙҙең велосипедсылар өсөн физик әҙерлеккә йүнәлдерелгән тренировкалар дауам итә. Тиҙҙән беҙ саңғы ярыштарына әҙерләнә башлайбыҙ.