+11 °С
Облачно
Новости
14 Ноября 2019, 12:42

Театр тышҡы күренештән башлана

Туймазы татар драма театрында репертуар ҙа, интерьер ҙа үҙгәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Туймазы татар драма театрында репертуар ҙа, интерьер ҙа үҙгәрә. Туймазылылар сабырһыҙланып театр миҙгеле башланыуын көтә, сөнки ул байтаҡ яңылыҡ-яңырыш вәғәҙә итә. Төҙөлөш ҡоролмалары менән уратып алынған бина – күләмле үҙгәрештәрҙең бер өлөшө генә. Театр директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы миҙгелдә тамашасыларҙың эстетика зауығы артистар уйыны менән генә түгел, театрҙың эске һәм тышҡы биҙәлеше менән дә ҡәнәғәтләндереләсәк.

Хәҙер бинаның тышҡы яғы буяла, һуңыраҡ төп һәм өҫтәлмә ишектәр алыштырыласаҡ, бина алдындағы майҙансыҡҡа яңы асфальт түшәләсәк.

Бынан тыш, театрҙа мәрмәр баҫҡыстың бер өлөшө алыштырыласаҡ, йылылыҡ, һыу тәьминәте һәм канализация системаларын ентекле ремонтлау теүәлләнеп килә. Тамаша залы халыҡты яңы уңайлы ултырғыстар менән ҡаршы ала-саҡ. Быға федерация бюджетынан “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” программаһы буйынса бүленгән аҡсаны һаҡ тотоноу һөҙөмтәһен-дә ирешелгән. Ҡуйы зөбәржәт төҫөндәге япмалар шаршауға тура килтереп һайланған, стеналарҙың күкһел төҫө иһә тыныслыҡ һәм уңайлылыҡ мөхите тыуҙыра. Сәхнәнең яңы дизайны ла үҙенсәлекле. Башта ҡара төҫ ғәжәпләндерә, әммә рампалар ҡабынғас, нәҡ ҡара төҫ тамашасының бар иғтиба-рын актёрҙарға һәм сәхнәләге күренештәргә йүнәлтергә, үҙ-ҙәрен спектаклдең бер өлөшө итеп тойорға мәжбүр итә.

– театрҙа ентекле ремонт үткәреүгә республиканың мә-ҙәниәт һәм сәнғәт ойошмаларын үҙгәртеп ҡороу программаһы ярҙамында ирешелде, – ти Фирзәт Фәрит улы.

Яңы миҙгелдә тамашасыларҙы инде яратып өлгөргән тамашаларынан ҡала, Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ”Ауыл адвокаттары”, Туфан Миңнуллин-дың “Әлдермештән Әлмәндәр” премьералары көтә. Театрға мөкиббәндәр яңырылыштарҙы лайыҡ баһалар тип ышанабыҙ, улар киләһе йылға ла дауам итәсәк. Ниндәй? Әлегә сер булып ҡалһын.
Читайте нас