+11 °С
Облачно
Новости
21 Мая 2019, 07:53

“Йәш таланттар” арт-проекты

БашҡортостанРеспубликаһында Бөтә Рәсәй “Йәш таланттар” арт-проектының йомғаҡлау өлөшө үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй “Йәш таланттар” арт-проектының йомғаҡлау өлөшө үтте. Ул Башҡортостан Республикаһы ойошоуға 100 йыл тулыуға арналды. Арт-проект сиктәрендә Бөтә Рәсәй йәш халыҡ, тынлы, бәрмә, ҡыллы уйын ҡоралдарында, театр жанрында уйнаусы, шулай уҡ йәш пианистар һәм вокалсылар бәйгеһе үтте.
Республикала 1991 йылдан уҙғарылған ғәҙәти ижади сара был, ул һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлауға һәм ярҙам итеүгә, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә музыка һәм педагогика йолаларын камиллаштырыу, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендә һөнәр белеме биреү ойошмалары уҡытыусылары һөнәре абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Жюри составына Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, Маймонид исемендәге Дәүләт классика академияһы (Мәскәү), М.Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы (академия), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт инсититуты, республиканың мәҙәниәт өлкәһе һөнәри белем биреү ойошмаларынан күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Бәйгесе-әрҙе тыңлау Октябрьский һәм Салауат музыка колледждары, махсус урта музыка колледждары, Өфө сәнғәт училищеһы (колледж) концерт майҙансыҡтарында, Өфөләге Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә үтте. Проект сиктәрендә концерт сығыштары, оҫталыҡ дәрестәре булды, уларҙы бәйге рәйестәре һәм жюри ағзалары ойошторҙо.
Арт-проект бәйгеләренең һайлап алыу өлөштәрендә Октябрьский методика берләшмәһе буйынса кәмендә 300 кеше ҡатнашты. Октябрьский ҡалаһының ике балалар сәнғәт мәктәбенән 70 бәйгесе финалға эләкте, ул республиканың өс ҡалаһында – Өфөлә, Октябрьскийҙа һәм Салауатта уҙҙы. Уларға Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Киров, Һамар, Силәбе өлкәләре музыка мәктәптәре уҡыусылары, шулай уҡ Махсус урта музыка колледжы һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты студенттары менән ярышырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә Виталий Панарин еңде, ул бәйгенең Төп бүләгенә лайыҡ булды.
Читайте нас