+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәуефһеҙлек
11 Август 2023, 13:16

Туймазыла аварияла 57 йәшлек ҡатын зыян күргән

Кесаҙна көндө Әгертамаҡ-Ҡандры автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Кесаҙна, 10 августа, Әгертамаҡ-Ҡандры автомобиль юлында булған аварияла Туймазы районынан 57 йәшлек ҡатын зыян күргән.

Асыҡланыуынса, «Лада Гранта» автомобиле руле артында ҡатын Аҙнағол ауылы яғынан Ҡандра ауылына китеп барған. Ул автомобиль менән идара итеүҙе юғалтып, юлдан кюветҡа осҡан. Автомобиль юлдан тәгәрәп сыға. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын төрлө йәрәхәттәр алған һәм дауаханаға оҙатылған.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: