-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәуефһеҙлек
16 Февраль 2023, 13:09

Туймазыла телефон аша мутлашыусыларҙы тотҡандар

Туймазыла телефон аша мутлашыусыларҙы тотҡандар, уларға өлкән йәштәге өс ҡатын дөйөм алғанда 550 мең һум аҡса биргән.

Ҡатындар аҡсаны ҡот осҡос хәбәр тураһында шылтыратҡандан һуң һалды: «Һеҙҙең ҡыҙығыҙ (ейәнсәрегеҙ) юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны. Аварияны ришүәт ярҙамында йәшерергә мөмкин».

Юғалып ҡалған ҡатындар, бер һүҙһеҙ, үҙҙәренең йыйған аҡсаһын курьерҙарға тапшырырға ризалаша. Аҡса артынан, уларға ике йәш егет килгән.

Ҡурҡытыуҙан иҫтәренә килгәндән һуң, улар полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ике курьерҙы ҡулға алған. Улар - Туймазылағы уҡыу йорттарының береһендә белем алған 16 йәшлек А. (Бүздәк районынан) һәм 20 йәшлек М. (Ырымбур өлкәһенән). Енәйәт ҡылыуҙа йәштәр үҙ ғәйебен таныны.

Әгәр һеҙ аҡса талап итеүселәрҙең ҡорбаны булһағыҙ, шунда уҡ «02» телефоны буйынса полицияға шылтыратығыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: