

1 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһының 8-се мәктәбе үҙ уҡыусыларын тулыһынса яңыртылған килеш ҡаршы алды. Был «Балалар һәм йәштәр» милли проектына ингән «Барыһы ла — балаларға» төбәк проекты ярҙамында мөмкин булды.
Белем байрамында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һәм ҡала прокуроры Алексей Орлов, хакимиәт башлығы Алексей Пальчинский ҡатнашты.
Капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙенең уҡыусыларын ҡабат ҡаршы алды. Яңыртылған территория, яҡты, уңайлы кластар һәм коридорҙар, яңы парталар, яңы йыһаздар, спорт залы һәм ашхана — былар барыһы ла «Балалар һәм йәштәр» милли проектындағы мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса федераль программа ярҙамында тормошҡа ашты. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән Алнексей Евгеньевич республика Хөкүмәтенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мәктәптәрҙе ремонтлау программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.