+18 °С
Ясно
9 мая - День Победы
18 Сентября , 05:44

Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.

***

Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.
Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.

№ 2975-се һайлау участкаһында эш көнө башланғанға тиклем тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.

Был участкала иң беренсе булып Ильвир Фаһим улы Шәүәлиев тауыш бирҙе. Уға 57 йәш, ул 35 йыл инде «Башнефть» компанияһында оператор булып эшләй.

№ 2988-се һайлау участкаһында, ул 5-се мәктәптә урынлашҡан, Түбәнкүл микрорайонында йәшәүсе Риф Маҡам улы Мәҡәмов беренсе булып тауыш бирҙе. Уға 66 йәш. Һайлауға ул күтәренке кәйеф менән килде — бер көн алдан уның етенсе ейәне тыуған.

Ир-егет район газ хеҙмәтендә эшләй, һайлау участкаһына эш көнө ашланғанға тиклем килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөтә һайлау участкалары ла 18 сентябрҙән 20 сентябргә тиклем, өс көн дауамында, иртәнге сәғәт 8:00-ҙән киске 20:00-гә тиклем эшләйәсәк.

 

 

Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.
Тауыш бирергә теләүселәр сиратҡа баҫты.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас