+20 °С
Облачно
9 мая - День Победы
16 Сентября , 04:50

Урындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләр

***

Урындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләрУрындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләр
Урындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләр

Шаран районы Источник ауылында «Йәшәү сығанағы» шишмәһе яңыртылды. Уға алып барған юлға металл арка һәм баҫҡыстар ҡуйылды, тирә-яғы тәртипкә килтерелде. Был эштәрҙе Альмир Сәләхов, уның улдары Илназ һәм Нияз, шулай уҡ ауыл халҡы бергәләп башҡарҙы.

Шишмә байрамында ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡатнашып, эшкә өлөш индергән кешеләргә рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы. Сара йыр-моң һәм ҡотлауҙар менән үтте. Хәҙер шишмә ауылдың мөһим һыу сығанағы ғына түгел, ә уның күркәм урыны ла булып тора.

Фото - https://vk.ru/club212453691.

Урындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләр
Урындағы шишмәне төҙөкләндерҙеләр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас