+12 °С
Облачно

“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ

Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған. “Һөт кухняһы”н уҙған йылда республикала 20 829 кеше алған. Шул иҫәптән, 309 ауырлы ҡатын,  264 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 18 663 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1545 ғаилә ағзаһы.  

“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ
“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ

Былтыр, 2025 йылда льготалылар иҫәбенә Махсус хәрби операция ветерандарын да индерҙеләр. Был өҫтәмә рәүештә 1,5 мең кешене файҙалы ризыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Туймазы ҡалаһының Октябрҙең 70 йыллығы, 9 адресы буйынса «Һөт кухняһы» продукцияһын биреү пунктында һәр ваҡыт халыҡ күп.

Һөт һәм һөт продукцяларын биреү пунктында бөтәһе 600-гә яҡын туймазылылар бушлай продукция ала.

Гөлнара - өс бала әсәһе - аҙнаһына ике тапҡыр һөт ризыҡтары алырға килә. Бушлай һөт уның ике йәшлек улына алына, уның атаһы хәҙер СВО зонаһында хеҙмәт итә.

- Мин һөт, эремсек һәм йогурт алам, - тип һөйләй күп балалы әсә. - Күп бирәләр, өлкән балаларға ла ҡала. Улым бөтә нәмәне лә ҙур рәхәтлек менән ашай, тәмле, ти. Ә мин продукцияның һәр ваҡыт яңы, тәбиғи, бер ниндәй өҫтәмәләрһеҙ етештерелеүенә шатмын, тимәк, улымдың һаулығы өсөн тыныс була алам.

“Һөт кухня”һы менән ҡулланған кешеләрҙең барыһы ла ҡәнәғәт. Күпселеге бындағы ризаҡтарҙы килтерелгәс тә килеп ала һала, яратып ҡуллана.  

Һәр кем сифатлы һөт һатып ала ала. "Һөт кухняһы" продукцияһы даими киңәйә: емеш өҫтәмәләре менән йогурт, татлы эремсек һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының “Һөт кухняһы” ДАУ Тәғәйенләү һәм социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы:

– “Һөт кухняһы” кешеләргә ярҙам өсөн чат-бот эшләтеп ебәрҙе. Боттағы мәҡлүмәттәр бер нисә бүлеккә бүленгән. Һәр бүлектә һорау буйынса ентекле мәғлүмәт, һылтанмалар, инструкциялар ҡуйылған. Оператор менән дә тоташыу мөмкинлеге бар. Бот Макс мессенджеры платформаһында эшләй. Эҙләү юлында “Молочная кухня консультант” тигән һүҙҙәрҙе яҙып та уны табып була.

 

“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ
“Һөт кухняһы” – сифатлы аҙыҡ
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас