-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
29 Июль 2025, 09:59

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Николаевич вдовин вафат булды

10 майҙа уға 100 йәш тулғайны.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Николаевич вдовин вафат булды
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Николаевич вдовин вафат булды

Ветерандың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Леонид Вдовин Александровка ауылында тыуған. Уға алты йәш булғанда, ғаилә Приморье крайына күсенә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уның ике өлкән ағаһы фронтҡа китә, ә 16 йәшлек Леонид авиация-ремонт базаһына токарь булып эшкә урынлаша. Бер ай уҡығандан һуң ғына үҫмерҙе станокҡа ҡуялар. Ветеран самолеттар өсөн ваҡ деталдәр эшләгәнен хәтерләй.

Бер нисә тапҡыр ул хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, фронтҡа барырға һорай. Авиация-ремонт базаһында ветеран дүрт йыл эшләй, И-16, ЯК-7, ЯК-9, ИЛ-2 самолеттарын тергеҙә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан Леонид Николаевич Япония менән һуғышта ла ҡатнаша.

Һуғыштан һуң Вдовиндар ғаиләһе Белоруссияға күсеп китә. Унда Леонид Николаевич гидролиз заводында эшләй. 30 йәшендә отпускҡа өлкән ағаһына ҡунаҡҡа бара һәм беренсе ҡараштан уҡ уның ҡатынының һеңлеһе – белорус һылыуҡайы Нина Александровнаға ғашиҡ була. Бер ай ҙа үтмәне, йәштәр туй үткәрә. Тиҙҙән ул ҡатынын тыуған Башҡортостанына алып китә, унда улар Ольховка ауылында һалам ҡыйыҡлы бәләкәй генә өй һатып ала. Уларҙың өс балаһы тыуа. Урындағы МТС-та, һуңынан «Башнефть» компанияһында эшләй.

Ветеран 70 йәшендә хаҡлы ялға сыға. 90 йәшкә тиклем баҡсала эшләй. Һуңғы ваҡытта ҡыҙы Галина менән Серафимовский ауылында йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Николаевич вдовин вафат булды
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Николаевич вдовин вафат булды
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас