-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
5 Май 2025, 12:05

Иҫке Туймазы ауылында Йылға урамындағы дүрт йортта йәшәүселәр яңы аллея ултыртты

Уның өсөн урынды йылғанан алыҫ түгел ерҙә һайлайҙар, ҡойма ҡуялар һәм туя, сирень, йүкә, ҡайын, алма ағастары ултырталар.

Иҫке Туймазы ауылында Йылға урамындағы дүрт йортта йәшәүселәр яңы аллея ултыртты
Иҫке Туймазы ауылында Йылға урамындағы дүрт йортта йәшәүселәр яңы аллея ултыртты

- Ҡасандыр был урында беҙ балаларыбыҙҙың ялы өсөн уйын майҙансығы йыһазландырҙыҡ. Әммә сабыйҙар үҫеп етте, ә хәҙер беҙ йәшел аллея ултыртырға булдыҡ, - ти энтузиастар Илфир Шафиҡов һәм Венер Мөхәмәҙиев.

- Аллеяға исем бирмәнек әле. Әммә уның Бөйөк Ватан һуғышында еңеү менән бәйле буласағын беләбеҙ. Сөнки беҙҙең ауылдан фронтҡа 310 кеше киткән, ә яртыһы ғына ҡайтҡан, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе һуғыш тамамланғандан һуң тәүге йылдарҙа фронт яраларынан вафат булған, - ти Иҫке Туймазы ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни-күмәк ял буйынса менеджеры Әлмира Ғәлиева.

Иҫке Туймазы ауылында Йылға урамындағы дүрт йортта йәшәүселәр яңы аллея ултыртты
Иҫке Туймазы ауылында Йылға урамындағы дүрт йортта йәшәүселәр яңы аллея ултыртты
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас