-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
16 Ғинуар , 11:37

Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған 80 мең һумлыҡ түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.

Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Ветерандарҙан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, бәлиғ булған концлагерь тотҡондарына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән, оборона ҡоролмалары төҙөгән граждандарға 55 мең һум түләнә.

Президент шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһында башланғысын хупланы.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телеграм-канал асылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-15/vladimir-putin-podpisal-ukaz-o-edinovremennoy-vyplate-veteranam-80-tysyach-rubley-4084880

Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: