Марат Низаметдин улы менән Зөлфиә Шамил ҡыҙы ете бала тәрбиәләй: үҙҙәренең биш балаһы янына тағы икәүҙе ҡарауға алғандар. Ғаилә башлығы Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбендә математиканан уҡыта, тормош иптәше — хужабикә. Өлкән балалары эшләп йөрөй, опекаға алынған ҡыҙҙар урындағы колледждарҙа уҡый. Кинйәләре Илназға быйыл 13 йәш тулған.
2021 йылдың июлендә булған фажиғә ғаиләнең тормошон тамырынан үҙгәрткән. Балалар футбол уйнап йөрөгән саҡта бәхетһеҙлек булған. Туп трансформаторға барып тейгән, Илназ уны алам тип ҡулдарын яндырған. Малайға алты ҡатмарлы операция үткәрергә тура килгән. Был хәлдән һуң Дәүләтовтар ғаиләһе Балтай ауылынан Туймазы ҡалаһына күсенгән.
Радий Хәбиров Илназдың эш урынын ҡараны, үҫмер уға программалау менән шөғөлләнеүен күрһәтте, онлайн-мәктәптәрҙә уҡыуы, социаль селтәрҙә тиҫтерҙәре менән аралашыуы хаҡында һөйләне.
Илназ 7-се класта уҡый, алты класты бишлегә генә тамамлаған. Ул бик аралашыусан, үҙе кеүек ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балалар менән йыш аралаша, ти малайҙың әсәһе.
«Беҙгә йыш ҡына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре шылтыратып, Илназдан үҙенең өлгөһө менән тиҫтерҙәрен дәртләндереүен һорай. Улыбыҙҙың республикабыҙҙа дуҫтары бик күп. Илназ еңел атлетика менән дә шөғөлләнә, терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған балалар өсөн еңел атлетика буйынса Башҡортостан беренселегендә күп тапҡыр еңеүсе булды, еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр уйындарында алты тапҡыр еңеүсе исемен яуланы, паралимпия чемпионы булырға хыяллана. Улыбыҙҙың ағай-апайҙары һәр ваҡыт уның өсөн ныҡлы терәк булып тора. Ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ, Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында булдыҡ», — ти ата-әсә.
Илназ киләсәктә блокчейн технологияһы нигеҙендә хәйриә фондын булдырырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров Илназға уҡыуында уңыштар һәм спортта яңы еңеүҙәр теләне. Ул шулай уҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисергән һәм уңыштарға һөйөнгән бәхетле, татыу ғаилә менән осрашыуына бик шат булыуын әйтте.
«Мин уның көслө ихтыярына һоҡланам. 13 йәшлек малай, шундай яҡты кеше. Ул тирә-йүндәгеләргә ышаныс һәм көс бирә. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, 13 йәшлек малай, ҡулдары юҡ, ғаиләһе лә күркәм», — тип һөйләне Радий Хәбиров «Башинформ» журналисына.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-15/radi..