Ҡандракүл ауылының мәҙәниәт йортонда халыҡ кәсебенә арналған төрлө саралар даими үткәрелә. Шундай боронғо кәсептәрҙең береһе - ҡурсаҡтар эшләү.
Был сәнғәтте өйрәнеү өсөн мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойоштора.
Унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән «Башҡорт һылыуҡайы» халыҡ ҡурсағын эшләне. Сара барышында ойоштороусылар ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында һөйләне.
Бындай дәрестәр балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.