Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәғәйенләнде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы һәм иртәгәнән башлап Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй.
«Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән был бурыс Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа йөкмәтелә. Беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары, йәш яугир курстары юҡ — алға барырға һәм эшләргә», — тине Хәбиров.