Күптән инде республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда ныҡлы урын алған һәм танылған ошо ижади бәйге йылдың-йылы юғары кимәлдә үтә. Байрамдың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.
Ике көн дауамында "Родина" мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә "Оҙон көй" башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Белеүебеҙсә, конкурста махсус вокаль белеме булмаған һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурстың төп бурыстары - һәләтле халыҡ йырсыларын асыҡлау һәм пропагандалау.
Конкурсты асыу тантанаһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Б. Мусин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры С. Кирәев ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Конкурста Башҡортостан Республикаһының 22 районынан, Сибай, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан, Силәбе өлкәһенән, Ямал - Ненец автономиялы округынан һәм Мәскәү ҡалаһынан 70-тән ашыу башҡарыусы ҡатнашасаҡ.