– Был минең конституцион һәм кешелек бурысым. Бөгөн нацистар Курскиға үтеп инде, ә иртәгә минең өйөмә килерҙәр, уларҙы баҫырға кәрәк, – тине Винер Фларис улы. – Быға тиклем Бөрө егеттәренә, МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйҙым. Гәзиттәге «Патриот» рубрикаһында ла батыр яҡташтарыбыҙ хаҡында күп яҙҙым. Хәҙер үҙемә һүҙҙәрҙе эш менән дәлилләргә ваҡыт.