Октябрҙең һуңғы көнөдә тәүге ҡар яуҙы. Ҡар бөртөктәре шунда уҡ ирене. Көндөҙ термометр +5 градус күрһәтә.
Бындай йылы октябрь Туймазы районы өсөн һирәк күренеш.
Кисә Белорет районында ла ҡар яуған. Юлдарҙа боҙлауыҡ, тайғаҡ.
«Водителдәргә тиҙлек режимын, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм», — тип яҙа республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, тиҙерәк ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт, кемдәр алмаштырып өлгөрмәгән, Белорет районы йүнәлешендә юлға сыҡмау хәйерлерәк.