Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусыһы Реналь Хәбиров «Ҙур үҙгәреш» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Конкурстың финалы Артек Халыҡ-ара балалар үҙәгендә үтте. Унда илдең төрлө мөйөштәренән һайлап алыу турҙарын үткән 1500 уҡыусы ҡатнашты. Конкурсанттар иҫәбендә 13 Туймазы уҡыусыһы бар ине. Уларҙың береһе - 7-се ҡала мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Реналь Хәбиров еңеүсе булды һәм бер миллион һум отто.
Был конкурста Реналь өсөнсө еңеү яуланы. Бынан алда 5-7 класс категорияһында еңеү яулаған өсөн Реналь Мәскәүҙән Владивостокка тиклем «Хыялдар сәйәхәте»ндә в була. Һуңынан, 8-9 класс категорияһында еңеп, 200 мең һум ала. Аҡсаның бер өлөшөн СВО-ға ебәрә, бер өлөшөн Туймазы реабилитация үҙәгендәге балаларға бирә, улар өсөн ул байрам ойоштора һәм бүләктәр һатып ала. Был юлы Реналь аҡсаның бер өлөшөн махсус операция яугирҙарына ярҙамға йүнәлтергә ҡарар итә, аҡсаның бер өлөшөн ул үҙенең белеменә тотона.
Фото: “Беренселәр хәрәкәте”нең Туймазы бүлексәһе.