Октябрьский ҡалаһында «Дуҫлыҡ» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы үтте. Унда Ырымбур өлкәһенән, Башҡортостан һәм Татарстан ауылдарынан һәм ҡалаларынан үҙенсәлекле халыҡ коллективтары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар иҫәбендә Туймазы районының ижади коллективтары ла булды.
“Элеги”я коллективы II һәм III дәрәжә лауреат, “Родник” I дәрәжә лауреат, “Конфетти” II дәрәжә лауреат, “Грация” II дәрәжә лауреат, “Сөмбөл” III дәрәжә лауреат булдылар.
Фото: ижади коллективтар архивынан.