«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумының пленар ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылды республикабыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип иғлан итеү хаҡында белдерҙе. Яҡын арала тейешле указға ҡул ҡуйылыр тип көтөлә.
Әлеге ҡарарҙы ҡабул иткәндә яугирҙәрҙең һәм генерал Шайморатов ордены кавалерҙарының мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынды, тип билдәләне республика етәксеһе. Тематик йыл сиктәрендә тейешле саралар планы әҙерләнә.