Композиция ташта ултырып бик мөһим мәғлүмәтте ялан телефон аппараты аша тапшырырға теләгән Ҡыҙыл армия һалдатынан тора. Уның янында ялан кабеле уралған телефон-катушка. Ә бейек гранит ташта бөгөнгө яуҙа бик актуаль һаналған һүҙҙәр уйылып яҙылған “Элемтә – армия нервыһы. Элемтәһеҙ бөгөнгө һуғышта ғәскәрҙәр менән етди идара итеп булмай”.
Был мөһим көндө элемтәселәрҙе һәм радистарҙы Туймазы районы муниципаль районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин һәм Туймазы ҡалаһы биләмәһе башлығы Эдуард Рәхмәтуллин сәләмләне.
“Серпантин” хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Василий Биккинин активистарға йәмәғәт миҙалдары тапшырҙы.
Туймазы районы элемтәселәренең гимны яңғыраны. Гимнға һүҙҙәрҙе Собханғол ауылынан Алефтина Копылова яҙған.
-Элемтәселәр гимнына һүҙҙәр яҙыуымды һорағас, эшкә ҙур ҡыуаныс менән тотондом, - тип һөйләне Алефтина Николаевна. – Шиғыр яҙылды, әммә уның тексы бер нисек тә музыкаға тап килмәне. Яңынан тотондом, юлдар ҡыҫҡараҡ булырға тейешлеген иҫәпкә алдым. Илсембәт ауылының мәҙәниәт йортонда эшләгән Дамир Хәйбрахманов ярҙам итте. Элемтәселәргә йыр оҡшаны.
- Армия хеҙмәтен 2011-2012 йылдар осоронда элемтә ғәскәрҙәрендә үттем, - тип һөйләне Туймазының Хәрби элемтәселәр союзы етәксеһе Ғәзим Бикбулатов. – Өйгә ҡайтҡас, ҡасандыр элемтәсе йәки радист булып хеҙмәт иткән бөтә Туймазы халҡын берләштерергә булдым. Шулай итеп беҙҙең берләшмә барлыҡҡа килде, унда ҡырҡ кеше. Егеттәргә, башҡа төрлө ғәскәр вәкилдәре кеүек үк, геройҙар аллеяһында һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Мине улар ҡеүәтләп дәртләндерҙе.
Беҙҙең герой-элемтәсе ҡыҙыл армия һалдаты булыр тип шунда уҡ хәл иттеләр. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының формаһы. Ул 1943 йыл өлгөһөндәге индуктор саҡырыуы булған телефон аппараты аша һөйләшә. Был аппаратты Ольга репина етәкселегендә ҡыҙыл Арминяың Фәнни –һынау элемтә институты әҙерләнгән.
Элемтәселәр һәйкәлде ҡуйыуға аҡсаны үҙҙәре йыйған. – Кемдер шиғыр, кемдер картина ҡалдыра, беҙ иһә ҡалала Геройҙар аллеяһында ҡуйылған башҡа скульптура композициялары менән бергә Рәсәй ҡоралының ҡеүәтен символлаштырған һәйкәл ҡуйырға булдыҡ. Балаларыбыҙ армиябыҙҙың еңелмәҫ икәнен белергә тейеш, - тип фекерен белдерҙе.
Һәйкәл асыу хөрмәтенә Гөройҙар аллеяһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан Рәсәй армияһы ҡоралланыуында булған радиостанциялар һәм радиоалғыстарҙың күсермә күргәҙмәһе ойошторолдо.
Экспонаттар тураһында 15 йылдан ашыу илһүйәрлек эше менән шөғөлләнгән Чистополь ҡалаһында йәшәүсе Анфас Ғарифуллин һөйләне.
Элемтәселәр союзы етәксеһе Ғәзим Бикбулатов бала саҡтан төрлө значоктар йыйыу менән шөғөлләнә. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас был шөғөлө тағын да ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Атаһының юбилейына панно эшләп бүләк иткәс, уның һәм сит кешеләрҙең һоҡланыуын күреп, Ғәзим тағын да дәртләнеп китә. Шулай итеп ул ҡустыһына, атаһының дуҫына, ике туған ағаһына эшләп бирә. Яйлап Бәйләнештәр селтәренә эштәрен уҡя башлағас, ян-яҡтан ҡыҙыҡһыныулы хаттар ала башлай. Шулай итеп, Ғәзимдең панно эше буйынса географияһы ла киңәйә – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш хатта Ҡаҙағстандан да заказдар килә. Бөгөн ул был эше менән арымай-алмай шөөлләнә. Сөнки панноларын алып яҡындарына бүләк иткән кешеләрҙең шатлыҡлы, ҡәнәғәт хәбәрҙәре егетте тағын да рухландыра. Панно эше менән бер рәттән ул элемтәселәр ойошмаһын да етәкләй. Ике, өс йыл дауамында егеттәрҙе туплап, аҡса йыйып, Туймазының Геройҙар аллеяһында бик матур һөйкәл асыуҙы ойошторҙо.
Илебеҙҙә ошондай рухлы, дәртле, яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә булған егеттәр барҙа киләсәгебеҙ илебеҙҙең үткән тарихы менән танышыуҙан туҡтамаҫ. Афарин, егеттәр!