-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
30 Сентябрь , 14:52

Алтын туй — ғүмҽр бүләгҽ!

Благовар районы Яңыш ауылында барлыҡ халыҡты берләштергән һәм йөрәктәрҙе йылытҡан ваҡиға булды – хөрмәтле Әнисә һәм Флид Имаевтар алтын туйҙарын билдәләп уҙҙы. Был тантаналы ваҡиға ҙур байрамға әүерелде, бөтә ауылдың иғтибарын йәлеп итте, көндө шатлыҡ һәм йылы ваҡиғалар менән тултырҙы.

Әнисә апай бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланы. Биреләге мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндә, ул ауыл мәғәрифенә һәм мәҙәниәтенә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе. Педагогик хеҙмәт ветераны бик күп уҡыусылар тәрбиәләне, улар уның дәрестәрен һәм зирәклеген рәхмәт менән иҫкә ала.

Флид ағай оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт ҡуйҙы, намыҫлылыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек үрнәге күрһәтте. Уның профессионаллеге һәм эшкә тоғролоғо дәүләт бүләге-Халыҡтар дуҫлығы ордены менән билдәләнде. Үҙенең фиҙәҡәр хеҙмәте менән ул ауылдаштары араһында ла, тыуған яғынан ситтә лә ихтирам ҡаҙанған.

Ирле-ҡатынлы Имаевтар дүрт ҡыҙ бала тәрбиәләгән, уларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы ғаилә традицияларын дауам итеп, лайыҡлы кешеләр булып үҫкән. Әнисә апай һәм Флид ағай бөгөн яратҡан ейәндәренә һөйөнөп, уларҙа үҙҙәренең мәхәббәт һәм ҡайғыртыусыларын дауам иттерәләр.

Алтын туйҙы барлыҡ халыҡ йолаларын үтәп, Ҡәнзәфәр бей исемендәге “һарайлы” башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлфирә Әхмәтшина алып барҙы. Бирелә барыһы ла: кәләште һатып алыу ҙа, килен һөйөү ҙә, уға һыу юлы күрһәтеү ҙә, батмус өҫтҫндә бейеү ҙә һәм башғалар ҙә бар ине. Күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән байрам ысын шатлыҡ һәм берҙәмлек тантанаһына әүерелде. Әнисә апайҙың әхирәттәре, Флид ағайҙың дуҫтары юбилярҙар өсөн онотолмаҫ тамаша әҙерләгән. Яңыш ауыл биләмәһе башлығы Зыя Латыповтың ҡотлауы һәм төбәк етәксеһенең күркәм ғаиләғә ҡотлау адресын һәсм сәй сервизын тапшыырыуы сараға тағы ла тантаналыраҡ төҫ бирҙе.

Байрам барышында Флид ағай, үҙенең мөхәббәтен һәм тоғролоғон ҡабат  иҫбатлау өсөн, төрлө һынауҙар аша үтәргә тейеш ине. Йәш сағындағы кеүек үк, ҡатынына һүнмәҫ-һүрелмәҫ мөхәббәтен күрһәтеп, уларҙы намыҫ менән башҡарып сыҡты.

Ир менән ҡатын, йәшлек хәтирәләренә сумып, яңынан бер-береһенә мөхәббәт менән баҡты. Ярты быуат уҙғас та уларҙың хистәре шулай уҡ тәрән һәм ихлас булып ҡалған. Улар бер-береһенә тоғро булып, киләсәктә лә ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булырға ант иттеләр.

Гөлфирә Әхмәтшина, Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, мәғариф ветераны: - Әнисә апай һәм Флид Имаевтарҙаң алтын туй тантанаһы үҙҙәре өсөн генә байрам түгел, ә бөтә Яңыш авылы халҡы өсөн ғаилә ныҡлығы һәм мөхәббәт символы ла булды. Уларҙың үрнәге йәш быуынды тормошто тулы һәм бәхетле итә торған ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға рухландырһын.
Республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә шулай тигәйне: “Беҙ матди байлыҡ һәм карьераға, аҡса эшләүгә күп иғтибар биреп, иң мөһим нәмәне – атай һәм әсәй булыу бәхетен онота башланыҡ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалылыҡ, балаларҙы изгелек, намыҫ, хеҙмәт рухында тәрбиәләү”.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: