-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
25 Сентябрь , 17:19

Йәштәр форумынан Еңеү менән

Октябрьский медицина округының йәш белгестәре командаһы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә йүнәлдерелгән проектын тәҡдим итте.

«Хеҙмәттәштәр» Беренсе йәштәр форумы Өфө ҡалаһының Профсоюздар йортонда уҙҙы. Йәш табиптар медицина ойошмалары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлдерелгән идеялары һәм проекттары менән уртаҡлаша алды.

 Форумда баш һүҙ менән сығыш яһаған Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дәүләт граждандар хеҙмәте һәм кадрҙар идараһы етәксеһе Гөлнара Камалова республика һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең 20 проценттан артығы — йәш белгестәр, тип билдәләне. Был форумдың маҡсаты — аралашыу, дуҫлыҡ һәм яңы идеялар тыуҙырыу өсөн республиканың иң креатив, прогрессив табиптарын берләштереү. Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһынан табип-хирург Ренат Шәрәфетдинов, табип-рентгенолог Елена Румянцева, табип-ортопед-травматолог Владимир Матвеев, Туймазы үҙәк район дауаханаһының участок табип-педиатры Илмира Юсаева, участок табип-терапевы, Приют район дауаханаһы өсөн яуаплы табип Дарина Тарасова кеүек инициативалы йәш табиптарҙан торған командаһының «АМС» (Йәш белгестәр ассоциацияһы) исемле проекты еңеү яуланы. Проект координаторы — менеджер Наталья Спирина.

Табип-рентгенолог Елена Румянцева һөйләй: — Беҙ медицина округында кадрҙар сәйәсәтен яҡшыртыу буйынса кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыуға һәм медицина ойошмаһының абруйын күтәреүгә йүнәлдерелгән проект әҙерләнек. Етәкселек менән иртәнге аш, стажировка һәм семинарҙар, остаздарҙан белем алыу, һығылмалы ялдар системаһы һәм электрон китапхана хеҙмәттәштәренең мотивацияһын нисек яҡшырта алыуы тураһында һөйләнек. Жюри бер тауыштан беҙҙең проект беренсе урынға лайыҡ тип ҡарар ҡылды. Беҙгә рәхмәт хаты тапшырҙылар.

Йәш табиптар идеяны тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам алырға өмөтләнә. Белгестәр әйтеүенсә, форум алға ынтылырға рухландырған.

— Ҡала дауаханаһының 1-се стационарының компьютер томографияһы кабинетындағы ҡабул итеү бүлмәһендә бер йыл эшләйем. Октябрьскийға ҡайтыу һәм бында эшкә урынлашыуының иң төп мотивацияһы — бында алырға мөмкин булған ҙур тәжрибә. Беҙҙең коллектив бик шәп, йәш хеҙмәттәштәребеҙ күп. 1-се ҡала дауаханаһына килеүемә тамсы ла үкенмәйем, — тине табип.

Елена Румянцева Ҡазан федераль университетының Фундаменталь медицина һәм биология институтын тамамлаған. Һуңынан рентгенолог белгеслегенә ординатураға уҡырға ингән. Ләкин табип Ҡазанда ҡалмаҫҡа, Башҡортостанға күсергә ҡарар ҡылған.

— Октябрьский — бик уңайлы ҡала. Бында барыһы ла ҡул һуҙымы арала урынлашҡан. Ҙур ҡалала йәшәгәндә, тормоштоң нисек уҙғанын һиҙмәйһең. Дуҫтар менән осрашыуҙарҙы алдан планлаштырырға кәрәк, эшкә юл көн һайын күп ваҡытты ала, — тине ул.

Башҡортостанда медицина учреждениеларына кадрҙар йәлеп итеү өсөн программалар ғәмәлгә ашырыла. 2023 йылда «Земский доктор», «Земский фельдшер», «Дефицитлы белгеслектәр» проекттары ярҙамында 296 артыҡ хеҙмәткәр компенсация түләүҙәре алған. Республика дауаханаларында табиптар ҡытлығы практик эшмәкәрлеккә ординатор табиптарҙы йәлеп итеү менән ҡаплана.

МИАЦ ГКУЗ директоры урынбаҫары Елена Белозерова фекеренсә, был аҡса сығармайынса кадрҙар сәйәсәтен яҡшыртыу буйынса әҙер проект. Команда проектты Октябрьский ҡалаһында ғына түгел, округтың башҡа дауаханаларында ла тормошҡа ашыра аласаҡ, тип ышана белгес.

— Бөгөн беҙ республика медиктарының ни тиклем актив, маҡсатлы һәм креатив булыуын күрҙек. Был талантлы белгестәр үҙ идеяларын тормошҡа ашыра аласағына шик юҡ, профсоюз иһә йәштәр советтары инициативаларын хуплаясаҡ. Йәш табиптарҙың бөгөнгө көндә алған белемдәре һәм бәйләнештәре уларҙың киләсәк һөнәри үҫеше өсөн көслө нигеҙ буласаҡ, — тип билдәләп үтте һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин.

Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы: — Әгәр Башҡорт дәүләт медицина университетын 2021 йылда тамамлаусыларҙың барыһы ла беҙҙең дауаханаларға, поликлиникаларға, ФАП-тарға эшкә килгән булһа, беҙҙә табиптарға ҡытлыҡ булмаҫ ине. Мәсьәлә шунда – университет тамамлаусыларҙың күбеһе белгеслек буйынса эшләмәй, ә ҡайһы берҙәре шунда уҡ шәхси медицинаға китә. Күптән түгел федераль кимәлдә ҡабул ителгән медицина вузын тамамлағандан һуң мәжбүри эшләү тураһындағы ҡарарҙар йәш белгестәрҙе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына беркетергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә мин һәр ваҡыт медицина колледждарын тамамлаусыларға иғтибар итергә тәҡдим итәм. («Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр" XIII Гайдар форумы майҙансығындағы сығышынан, 2022 йылдың 13 ғинуары)
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: