Паркты төҙөкләндереү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты буйынса бара һәм ул өс этапҡа бүленгән.
Уҙған йыл «Һалдат уйҙары» мемориаль комплексы территорияһы үҙгәрҙе: унда плитка яңыртылды, парктың йәшел өлөшөндә рельефлы асфальт түшәлде, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн юлдар яһалды.
Йәмәғәт территорияһында масштаблы үҙгәрештәр быйыл да дауам итә. Бында урынлаштырылған «Еңеү!» яҡтылыҡ конструкцияһы фотосессиялар өсөн популяр урындарҙың береһенә әүерелде инде.
Гоголь урамы буйлап гранит бордюрҙар урынлаштырҙылар һәм яңы брусчатка һалдылар. Һүҙ уңайынан, киләсәктә парктағы асфальт түшәүе тротуар плитаһына алмаштырыласаҡ. Чапаев урамы яғынан паркка инеү юлында төҙөүселәр колоннада төҙөйҙәр.
«Башта төҙөргә планлаштырған ротонда ҡайҙа һуң?» — тип һорай халыҡ. Ротонда урынына колоннада — проекттың мәжбүри үҙгәреүе, сөнки ротонда колоннаһының береһе проектлау ваҡытында ямғыр коллекторына тура килгән, уны күсереү байтаҡ өҫтәмә аҡса талап итер ине.
Бөгөнгө көндә халыҡ баҫҡыстың ҡара, бетон варианты буйынса йөри. Тиҙҙән уны гранит плиталар менән ҡаплаясаҡтар, улар ярҙамында баҫҡыстарҙың киңлеген һәм бейеклеген бер иш итеп эшләйәсәктәр.
2024 йылда планлаштырылған барлыҡ эштәр был йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
Уҙған йыл Башҡортостанда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде.