-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Сентябрь , 16:20

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтте

Башҡортостанда кесе һәм урта бизнес үҫешенең ыңғай тенденцияһы күҙәтелә. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәры буйынса, республикала эшҡыуарҙар һаны бер йыл эсендә кәмендә 5 процентҡа артҡан, һәм 132,3 мең кешегә еткән.

Бынан тыш, үҙмәшғүл граждандар һаны 22 процентҡа артҡан һәм 226 мең кешенән артып киткән. Шулай уҡ социаль эшҡыуарҙар һаны артыу билдәләп үтелде – улар 578 теркәлгән, был 1,4 процентҡа күберәк.

Эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтереүҙә Башҡортостанда 2018 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән үткәрелгән “Инвестицион сәғәттәр” мөһим роль уйнай. Бындай форматтағы кәңәшмәләр инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙең һәм тиҙ идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып тора.

Радий Хәбиров бындай сараларҙы үткәреү форматын билдәләне: – Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре формаль “ултырышҡа” әүерелергә тейеш түгел. Эшҡыуарҙар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына тиҙ яуаптар һәм конкрет ҡарарҙар алырға тейеш. Был үҙенә күрә граждандарҙы ҡабул итеү һәм бизнесмендарҙың эш шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисы симбиозы, – тине төбәк етәксеһе.

Биш йыл элек Башҡортостан Башлығы республикала бизнес-шерифтар институтын – муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын булдырырға тәҡдим итте. Башҡортостандың был практикаһы федераль дәрәжәлә юғары баһа алды һәм һуңынан башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыла башланы.

– Беҙҙең районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса саралар әүҙем ғәмәлгә ашырыла. Төп инструменттарҙың береһе – аҙна һайын үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”, унда халыҡ үҙ бизнес-идеяларын тәҡдим итә һәм консультация ярҙамы алала, – тип билдәләй Йәрмәкәй районы бизнес-шерифы Эльвира Мирғасимова.

Йәрмәкәй районында финанс, консультация һәм ойоштороу ярҙамының төрлө сараларын ҡулланып, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереүҙең комплекслы системаһы яйға һалынған.

Иҫке Турай ауылынан Әлфиә һәм Динар Ишмөхәммәтовтарҙың А-фрейм стилендә йорт төҙөү проекты хупланды, ә эшҡыуарҙарға документтар рәҫмиләштереү һәм грант конкурстарында ҡатнашыу буйынса кәңәштәр бирҙеләр. Һөҙөмтәлә Ишмөхәммәтовтар субсидия алды.

– Финанс ярҙамын, консультациялар һәм тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә алған комплекслы ярҙам һөҙөмтәһендә беҙ тәбиғәттә ял итеү өсөн уңайлы урын тураһындағы хыялыбыҙҙы тормошҡа ашыра алдыҡ, – тине ир менән ҡатын.

“Шават” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Гөлназ Шәфиғуллина бер нисә тапҡыр “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”ндә ҡатнашты. Шуның һөҙөмтәһендә кооператив ит эшкәртеү цехын ойоштороу өсөн йыһаздар һатып алыуға һәм продукцияны күмәртәләп-ваҡлап һатыуға грант алды.

Кооператив төрлө конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша һәм еңеү яулай. Уның пландарында – гастрономия турҙарын ойоштороу, был хәләл продукцияны тағын да популярлаштырырға ярҙам итәсәк. Улай ғына ла түгел, кооператив ауыл туризмын үҫтереү программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. “Беҙҙең сығанаҡтар” Гастротур проекты сиктәрендә кооператив ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса мастер-кластар, экскурсиялар, байрамдар үткәрергә һәм ҡунаҡтарҙы ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырырға планлаштыра.

Линар Ғазимов – Йәрмәкәй эшҡыуары “Эшҡыуарҙар сәғәте”нә “Хәләл” продукцияһын һатыу буйынса стационар булмаған сауҙа объектын асыу идеяһы менән килгәйне. Уның башланғысы хуплау тапты, һәм барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышҡандан һуң уға арендаға ер биләмәһе бирелде. Мөстәҡил рәүештә ҙур булмаған сауҙа бинаһы төҙөп, Линар үҙ кибетен асты. Продукция һатып алыу өсөн Өфө ҡалаһының “Шават” кооперативы һәм “Миловские деликатесы” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙ проектын тормошҡа ашырыуҙа Линарға уның ғаилә ағзалары – ҡатыны һәм биш баланың икеһе ярҙам итә. Линар Ғазимовтың башҡа бизнесы ла бар – ул тәҙрә һәм ишектәрҙе урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Был эшсәнлек шулай уҡ эшҡыуарҙан шаҡтай ваҡыт сығымдары талап итә. Был миҫалдар финанс ярҙамын, консультацияларҙы һәм ойоштороу ярҙамын үҙ эсенә алған комплекслы ярҙамдың халыҡҡа үҙ бизнес-инициативаларын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеүен, кооператив хәрәкәтен үҫтереүгә, сифатлы продукция етештереүгә һәм уны ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеүен күрһәтә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: