Уңайлылыҡ өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы менән берлектә барлыҡ категориялағы ата-әсәләр өсөн ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары тураһында цифрлы белешмәлек эшләне: “Беҙгә нимә тейеш?”, “Ҡайҙа рәсмиләштерергә?”, “Ҡаәҙа мөрәжәғәт итергә?”.
Йәрмәкәй районы Түбәнге Ҡарамалы ауылында йәшәүсе, биш бала әсәһе Венера Халмирзаева ла күп балалы ғаиләнең ниндәй сараларға өмөтләнә алыуын ишетеп кенә белмәй. Тыумышы менән ул Ҡырғҙзстандан. Беҙҙең районға күскәс, әсә капиталына йорт һатып алған. Ике өлкән улы бар, ә бына кесе балаларына алған пособие – ғаиләгә яҡшы ярҙам. Рамазан һәм Ислам – мәктәп уҡыусылары. Мәктәп ашханаһында улар бушлай ашаясаҡ. Хаҡы компенсациялана торған яңы мәктәп формалары малайларҙы шатландыра, уларҙы кейеп, мәктәпкә йөрөйҙәр. Ислам әле беренсе синыфта уҡый. Канцелярия кәрәк-яраҡтары менән рюкзакты, ағайҙарының мәктәпкә әҙерләнеүҙәрен бәләкәй Сәфинә ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Уға инде биш йәш, мәктәп партаһы артына ултырырға ла күп ҡалмаған. Ә әлегә ул – әсәһенең төп ярҙамсыһы. Венера Сөләймән ҡыҙының мәшәҡәте етәрлек. Ә кистәрен, балаларҙы йоҡларға ятҡырғас, сәй эсергә ултыра ла, уйҙары менән үҙенең яратҡан һалдаттары янына китә.
Шулай килеп сыҡҡан, быйыл ике өлкән улы ла бер ай айырма менән әрмегә алынған. Ришат Ростов өлкәһендә инженер-сапер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Радик Мәскәү янында урынлашкан, мотоатыусы ғәскәрҙәренә билдәләнгән.
– Егеттәр теләп хеҙмәт итә һәм һәр ваҡыт мине, барыһы ла яҡшы, тип тынысландыра. Ләкин әсә йөрәге шундай – һәр кем өсөн борсола: һалдат өсөн дә, беренсе синыф уҡыусыһы өсөн дә, – тип уртаҡлаша күп балалы әсә.
Уларҙың барыһына ла уңыш юлдаш булһын!