Был матур тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән ҡатнашыуы айырыуса ҙур ваҡиға булды.
1953 йылда төҙөлгән Юрий Гагарин исемендәге элекке техника йорто бинаһы мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә. Уны «Мәҙәниәт» ил күләмендәге проект сиктәрендә модернизацияланылар.
Республика Башлығы Белем көнөнә бағышланған тантаналы линейкала ҡатнашты һәм яңыртылған уҡыу кабинеттарына уҙҙы. Колледж директоры Илдар Хажиев 2024 йылда мәғариф учреждениеһының 55 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтеүе тураһында һөйләне. Был ваҡыт эсендә бында ике меңгә яҡын йәш белгесте уҡытҡандар, улар сәнғәт оҫталары, конкурстар лауреаттары һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булғандар.
— Беҙҙең колледж яҡын‑тирәләге 10 райондың музыка мәктәптәре өсөн методик үҙәк булып тора, — тип билдәләп үтте Илдар Хажиев. — Уҡыу йортонда барлығы 77 педагог ҡулы аҫтында 170 студент шөғөлләнә, ситтән килгәндәр өсөн 100 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар.
Башҡортостан Башлығы хор йырлау һәм төркөм дәрестәрендә булды, ул унда автограф ҡалдырҙы һәм ксилофонда уйнап күрһәтте. Төбәк етәксеһе шулай уҡ кесе һәм хореография залдары, буфет һәм китапхана менән танышты, маҡтаулы ҡунаҡтар китабына теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
Белем көнөнә бағышланған байрам концерты ваҡытында республика Башлығы колледж студенттарын яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы һәм уҡытыусыларға дәүләт бүләктәре тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән ҡорған әңгәмәлә республикала йәш таланттарҙы әҙерләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын билдәләп үтте.