-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
18 Сентябрь , 15:09

Сәләмәтлек һаҡлау тармағын модернизациялау

Шаран районында “Башҡортостан Республикаһы сәләмәтлек һаклауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда медицина юғары технологиялы һәм замансараҡ була бара. Уҙған йылда республика сәләмәтлек һағына барлыҡ финанслаштырыу сығанаҡтарынан 106,9 млрд һум аҡса йүнәлтелде. “Сәләмәтлек һаҡлау” дәүләт проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә медицина учреждениеларының матди-техника базаһы яңыртыла.

“Мин өс йыл элек райондар буйлап йөрөгәндә ауыл ФАП-тарының ниндәй экзотик биналарҙа урынлашҡанын күрҙем. Әлеге объектарға оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бирелмәгән, ә бит ауыл халкының медицина тураһында фекере тап ФАП-тарҙан формалаша. Шуға күрә беҙ иҫкергән барлыҡ ФАП-тарҙы алыштырырға тигән бурыс ҡуйҙыҡ”, - тине БР Башлығы Радий Хәбиров.

БР сәләмәтлек һағының беренсел звеноһын модернизациялау Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө бурысы булып тора.

2021 йылда Шаран үҙәк район дауаханаһында 4 ҡатлы терапия корпусында капиталь ремонт эштәре тамамланды. Һуңғы йылдарҙа программаны ғәмәлгә ашырыу сикәрендә район территорияһында Иҫке Томбағош, Урсай, Анисимова Поляна, Писарево, Тархан ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктары урынлаштырылды, медицина йыһаздары һәм һыуытҡыстар алырға аҡса бүлеп бирелде. Ҡыр Теләүле, Саҡты һәм Мишәр ауылдарында яңы ФАП-тар төҙөү эштәре бара.

Ошо көндәрҙә Наратаҫты ауылында ФАП асылыу тантанаһы булды. Унда Шаран районы хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин, Шаран үҙәк район дауаханаһы баш табибы Радик Йәнгиров ҡатнашты. Марат Әхмәҙуллин Наратаҫты ауылы халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡотланы.

“Ауыл кешеһе өсөн заманса модулле ФАП асылыу – ҡыуаныслы, шатлыҡлы ваҡиға. Ул тейешле барлыҡ йыһаздар менән тәьмин ителгән. Ауыл халҡына уңайлы шарттарҙа медицина хеҙмәттәре алыу мөмкинлеге өсөн БР Башлығы Радий Хәбировҡа, БР Сәләмәтлек һаҡлау министрлығына рәхмәтлебеҙ.

“Быйыл Шаран районында Мишәр, Ҡыр Теләүле һәм Саҡты ауылдарында тағын өс ФАП төҙөләсәк, 2030 йылға тиклем “Сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса районыбыҙҙа тағын ун һигеҙ ФАП төҙөү планлаштырыла. ФАП – кешеләр сифатлы медицина хеҙмәттәре алыу урыны, ә бының өсөн ул заманса булырға тейеш. Наратаҫты ауылында 700-ҙән артыҡ кеше йәшәй. Элек ФАП Наратаҫты мәктәбе бинаһында булды, бында пациенттар ҡабул итеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар юҡ ине. Халыҡты яҡшы белгес, фельдшер Ильвина Басирова хеҙмәтләндерә”, - тип билдәләне Радик Йәнгиров.

Шулай уҡ әлеге программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Шаран үҙәк район дауаханаһы 2023 йылда “Лада Ларгус”, Лада Гранта”, “Нива Трэвел”, “Газель next” автомобилдәре һәм күсмә фелдьшер-акушерлыҡ пункты алды. Автомобилдәр уңайлы, яҡшы комплектациялы, улар Шаран районы халҡына ашығыс медицина ярҙамы, беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү, пациентарҙы медицина учреждениеларына илтеү өсөн ҡулланыла.

2022 йылда “Башҡортостан Республикаһы сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” республика программаһын тормошҡа ашырыу ҡыҫаларында үҙәк район дауаханаһында рентгенология һәм флюорография кабинеттарына капиталь ремонт үткәрелде. Йыһаздар, шул иҫәптән “Маммо-РПЦ” һанлы рентгеномаммография аппараты, “Диаком” диагностика рентген комплексы һәм “Ренекс-Ф5000” һанлы флюорография аппараты алынды.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина аппаратары, поликлиника 389 берәмек медицина йыһаздар менән байытылды. Һарыһаҙ ауылында заманса модулле ФАП төҙөлөшө тамамланды.

«Мин 37 йыл Һарыһаҙ ауылында фельдшер-акушер булып эшләйем, Һарыһаҙ, Тат. Көсөк һәм Үлек Йылға ауылдарында йәшәүсе 308 кешегә медицина хеҙмәте күрһәтәм, уларҙан 82 кеше - өлкән йәштәгеләр. Яңы ФАП-та эшләүе күпкә уңайлы һәм рәхәт”, - ти ауылдың фельдшер-акушеры Фәйрүзә Әҙелгәрәева.

Шаран үҙәк район дауаханаһы эндоскопия кабинетына “olympus cv-170” видео-мәғлүмәт үҙәге, эндоскопия системаһы, видеоколоноскоп алынды. Былар барыһы ла ашҡазаны-эсәк һәм тамаҡ ауырыуҙарын диагностикалау сифатын һиҙелерлек яҡшыртты.

Үҙәк район дауаханаһы матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар сиктәрендә 2023 йылда финанс бүлеп бирелде, аҡса янғын хәүефһеҙлеге системаһын нығытыуға йүнәлтелде. Аҙыҡ-түлек блогында һәм йәшелсә һаҡлағыста түбәләр, тәҙрәләр алыштырылды, эске эштәр башҡарылды, вентиляция системаһы урынлаштырылды.

Учреждениеның матди-техника базаһын нығытыу буйынса саралар сиктәрендә 2024 йылда “Аксион” дефибриллятор-мониторы һәм хирургия бүлегенә ҡан плазмаһын иретеү һәм йылыту өсөн аппарат, стоматология кабинетына йыһаздар һәм урология кабинетына урофлоуметр һатып алынды.

Шулай уҡ районда иҫке 18 ФАП-ты модуллегә алыштырыу, ике ФАП-та капиталь ремонт үткәреү һәм  Шаран үҙәк район дауаханаһының дауалау корпустары фасадын капиталь ремонтлау планлаштырыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: