-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
17 Сентябрь , 15:02

Октябрьскийҙа "Уйна, гармун!» фестивале үтте

Гармун байрамында 200 гә яҡын кеше ҡатнашты

Быйыл халыҡ музыкаһы һөйөүселәр фестивалендә 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Октябрьскийҙа Туймазы районынан, Татарстандың Баулы, Ютазы райондарынан һәм Бөгөлмәнән ҡунаҡтар йыйылды. Байрамды фестиваль барлыҡҡа килгән «Нур» клубында асыу тантанаһы үтте. Бында вокаль һәм инструменталь ансамблдәрҙә ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов һәм «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының территориаль бүлексәһе рәйесе Рөстәм Нафиҡов сәләмләне.

- Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, телен һәм мәҙәниәтен оноторға ярамай. 25 йыл инде был сараны үткәргән «Нур» клубына ҙур рәхмәт. Фестиваль ҡалабыҙҙың брендына әүерелде, Рәсәй президенты, Башҡортостан башлығы гранттарына лайыҡ булды, — тип билдәләне Рөстәм Камил улы.

Фестиваль «Йондоҙло» паркында дауам итте. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа башҡорт һәм татар йырҙарының таныш мотивтарына ҡушылып бейене һәм йырланы.

Билдәләп үтәйек, 2023 йылдан Башҡортостанда республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтарының бренд сараларына финанс ярҙам күрһәтелә. Быйыл бренд саралары 27 муниципаль берәмектә уҙғарылды. Уларҙың иң сағыуҙары - Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы, Октябрьскийҙа Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: - “Мәҙәниәттең сиктәре юҡ. Ул гражданлығына, милләтенә, диненә ҡарамай, кешеләрҙе берләштереп торған инструмент”.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: