«Апогей» мебель фабрикаһы директоры Айназ Хәсәнов бер нисә ай элек Туймазы индустриаль колледжында яңы тегеү оҫтаханаһы урынлашҡан бинаны ремонтланы. Бөгөн унда колледж студенттары тәжрибә туплай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, предприятие Туймазы районының 11 предприятиеһын берләштергән мебель кластерына инә. Ул льготалы дәүләт аҡсаларын уңышлы үҙләштерә һәм йәш кадрҙарға мохтаж.
- Бер йыл элек мин колледж директорына «Апогей»ға эшкә тегенсе-практиканттарҙы ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт иттем, – ти Айназ Рафаэлович. - Ул мәлде колледжда тегенселәргә уҡыу өсөн кабинет ҡына бар ине. Бында ҡыйыҡ һыу үткәрә ине, тәҙрә рамдары ла иҫке була. Шул саҡта беҙ бында капиталь ремонт үткәрҙек. Һуңынан үҙ цехыбыҙҙан алты сәнәғәт тегеү машинаһын, генератор ҡоролмаларын, киҫеү өҫтәлдәрен, манекендарҙы һәм уларға бәйле ҡорамалдарҙы алып, оҫтаханаға урынлаштырҙыҡ. Уҡыу участкаһын төҙөкләндереүгә миллион ярым һум самаһы аҡса һалынды. Хәҙер бында беренсе курс студенттарынан торған 10 төркөм шөғөлләнә ала. Дөйөм алғанда, беҙҙең фабрикала мең кеше эшләй, башланғыс эш хаҡы 50 мең һум. Әле 20 тегенсе талап ителә.
– Ҡыҙҙарҙың артабан эшләргә тура киләсәк машиналарҙы үҙләштерә башлауы бик мөһим, -ти 25 йыллыҡ стажы булған тегеү производствоһы уҡытыусыһы Оксана Мөлөкова. - Теоретик курстан һуң хәүефһеҙлек техникаһы буйынса дәрестәр үткәрҙек һәм сәнәғәт ҡорамалдарын өйрәнә башланыҡ. Ике сменала практик уҡытыуҙы ябай әйберҙәрҙән – колледж өсөн эш алъяпҡыстарынан башлайбыҙ. Улар беҙҙең буласаҡ иретеп йәбештереүселәргә бик кәрәк.