Тәжрибә күрһәтеүенсә, республика Башлығы үҙ принциптарына тоғро ҡала. 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә: "Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусылар өсөн ", дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн "Эшлекле башҡорт теле", күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн "Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусылар өсөн ". Был саралар 5 мең кешене йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
2020 йылдан квартал һайын "Башҡорт теле: яңы ҡараш" сараһы уҙғарыла, уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ҙән ашыу проект тәҡдим ителде. 2021-2022 йылдарҙа башҡорт телле блогерҙар менән «Республика» блог-тур проекты тормошҡа ашырылды. Башҡорт теленән диктант акцияһы уҙғарыла.
Баҡалы районының бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле, 7 мәктәптә башҡорт теле туған тел булараҡ алып барыла. Районда төрлө конкурстар үткәреүгә һәм зона, республика һәм төбәк-ара сараларҙа ҡатнашыуға етди иғтибар бүленә. Был, мәҫәлән, «Урал Батыр» эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада, «Халиҡов уҡыуҙары» республика конкурсы, «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ижади конкурсы һ.б.
Шулай уҡ улар 10 йыл рәттән үткәрелгән башҡорт теленән диктант кеүек акцияла даими ҡатнаша. Фонд ярҙамында 2019 йылдан акция халыҡ-ара кимәлгә сыға һәм йыл һайын матур ғаилә байрамына әйләнә. Беҙҙең районда 14 декабрҙә йыл һайын Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрес; халыҡ-ара туған телдәр көнө хөрмәтенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса декадник үткәрелә, уның барышында милли үҙаңды һаҡлау һәм күтәреү маҡсатында бөтә мәктәптәрҙә лә шәжәрә байрамдары, тыуған ауыл тарихын иң яҡшы белеүгә, шәжәрә төҙөүгә конкурстар үткәрелә. Белем биреү учреждениеларында кәрәкле уҡыу һәм методик әҙәбиәт, плакаттар, таблицалар, аудио - һәм видеоматериалдар, электрон дәреслектәр, һүҙлектәр бар.
Мәктәп уҡыусылары ғилми-ғәмәли конференцияларҙа теләп ҡатнаша. Иҫке Ҡатай мәктәбе командаһы (9-11 кластар, уҡытыусыһы Л. Ғабдуллина) “Заман” төбәк-ара медиа-форумында ҡатнашты, унда төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре үтте.