+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
11 Сентябрь , 11:33

Дәүләт ярҙамы ауыл ғаиләһенең тормошон үҙгәртте

Илебеҙҙә ауыл хужалығы һәр ваҡыт иҡтисадтың төп йүнәлештәренең береһе булды.

Әммә күптәргә үҙ аллы эш башҡарыуы еңел түгел. Хужалыҡтың кесе формаларына булышлыҡ итеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Бәләкәй формаларға бер йәки бер нисә ғаилә ағзаһы эшләгән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа ҡарай. Хәҙер башҡа ауыл хужалығы етештереүселәре менән бер рәттән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар грант һәм субсидия кеүек дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024   йыл илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ҡарар ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. 

Был йүнәлеш Башҡортостан Республикаһында ла өҫтөнлөклө булып ҡала. “Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа hәм балалыҡҡа ярҙам итеү — беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала», — тип билдәләп үтте Радий Хәбиров, уҙған йылда мөрәжәғәтнамә менән республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итеп.

Баҡалы районында ғаилә хеҙмәте социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара. Дәүләттән ярҙам алған Ҡамышлытамаҡ ауылынан Фәнис Фаз улы һәм Гөлфиә Вәли ҡыҙы Гәрәевтар, был сара уларҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртте, тип һөйләй.

Улар ауылда күп йылдар йәшәй. Ғаилә башлығы мәктәптә операторы булып эшләй, ҡатыны - хужабикә. Улар менән бергә Фәнис Фаз улының әсәйе Нурзиҙә Әхҡәм ҡыҙы йәшәй. Ул ғүмер буйы фермала эшләгән, хеҙмәт ветераны. Гәрәевтарҙың балалары үҫә. Ҡыҙы Рината айырым йәшәй, уныү үҙ ғаләһе бар, улдары Йәмил абитуриент, Октябрьский нефть колледжына уҡырға инде. Иренең ике туған һеңлеһенән шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға дәүләт ярҙамы тураһында ишеткәс, Гәрәевтар, оҙаҡ уйлап тормай, кәрәкле документтар исемлеген йыя һәм программала ҡатнаша. Улар 200 мең һум күләмендә аҡсалата түләү алды. Был аҡсаға һыйыр, ике быҙау һәм бойҙай һәм арпа һатып алалар.

 - Бындай ярҙамдың булыуы бик яҡшы, - тип һөйләй Гөлфиә Вәли ҡыҙы. - Социаль контракт беҙгә финанс йәһәтенән генә ярҙам итмәне, хужалыҡты артабан үҫтереүгә лә этәргес булды. Ирем менән эшкә күнеккәнбеҙ. Һөт, эремсек, ҡаймаҡ - ул файҙалы аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә бюджетыбыҙ өсөн өҫтәмә килем дә.

Гәрәевтар ғаиләһе үҙ миҫалы менән иҫбатлай: ярҙам ауыл халҡының тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Бындай саралар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтерергә ярҙам итә, ауылда йәшәү кимәлен күтәрә.

Гүзәл Быкова, ғаилә хеҙмәте етәксеһе: - Ауылда йәшәү, балалар үҫтереү һәм эшләү - ҙур хеҙмәт, әммә дәүләт ярҙамы саралары арҡаһында ғаиләләрҙә йәшәү кимәле юғарыраҡ була бара.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: