+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
7 Сентябрь , 10:21

Туймазы районында инвалидтар йәмғиәте ағзалары тауыш бирҙе

   Алефтина Копылова Һәм Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе Собханғол ауылындағы һайлау участкаларында тауыш бирҙе. ина Копылова Һәм Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе Собханғол ауылындағы һайлау участкаларында тауыш бирҙе.

Туймазы районында инвалидтар йәмғиәте ағзалары тауыш бирҙе
Туймазы районында инвалидтар йәмғиәте ағзалары тауыш бирҙе

- Беҙ күптән дуҫ, шуға күрә бер үк ваҡытта тауыш бирергә булдыҡ, – тип һөйләне Алефтина Копылова. - Тәүҙә Агросәнәғәт колледжына һайлау участкаһына килдек, унда Ғөбәйҙуллиндар тауыш бирҙе. Һуңынан мин тауыш биргән ауыл мәҙәниәт йортона юлландыҡ. Ике учреждение ла пандустар менән йыһазландырылған. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ Ҡандра инвалидтар йәмғиәтендә торабыҙ. Спорт ярыштарына һәм турслеттарға йөрөйбөҙ, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ. Күптән түгел Октябрьскийҙа Ҡарбуз фестаһында булдыҡ.

Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе башлығы Мисхәт Мөхлис улы төбәк кимәлендәге шахмат һәм шашка алыштарында даими ҡатнаша. Уның ҡыҙы Гөлнур сигеү менән мауыға. Был эштә уға әсәйе Рузилә Мәхмүт ҡыҙы ярҙам итә, ул шулай уҡ муйынсаҡтар, беләҙектәр эшләй.

Туймазы районында инвалидтар йәмғиәте ағзалары тауыш бирҙе
Туймазы районында инвалидтар йәмғиәте ағзалары тауыш бирҙе
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: