+6 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
15 Ғинуар , 16:42

Туймазыла 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран вафат булды

Рәйес Гәрәев 19 йәшендә фронтҡа китә.

Туймазыла 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран вафат булды
Туймазыла 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран вафат булды

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Гәрәев Арыҫланбәк ауылында тыуған, һуңыраҡ ғаилә күрше Урнәк ауылына күсеп килә. Мәктәптән һуң фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Автомобиль ремонтлау буйынса слесарь-механик һөнәрен үҙләштерә. 19 йәшендә фронтҡа китә. Пулеметсы булып хеҙмәт итә. Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай. 1947 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң өйләнә. «Октябрьскнефть» НГДУ-һында электромонтер булып эшләй. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

 

Һуғыш йылдарында Рәйес Фазлыәхмәт улы бер нисә тапҡыр үлемдән саҡ ҡоала, ә ике йыл элек коронавирус ауырыуын үткәрә.

 

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт йәшлеге үткән Серафимовский ауылында үҙ йортонда йәшәүҙе өҫтөн күрә. Һуңғы йылдарҙа ғына ул Туймазыла ҡыҙының ғаиләһенә йәшәргә килә.

 

12 ғинуарҙа Рәйес Фазлыәхмәт улына 101 йәш тулды.

Туймазыла 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран вафат булды
Туймазыла 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран вафат булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: