+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
27 Декабрь 2023, 14:47

Туймазы музейында Яңы йыл оҫталыҡ дәресе үтте

Бөгөн Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективына сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Сафонова ҡунаҡҡа килде. Ул музей хеҙмәткәрҙәре өсөн алдағы йылдың символы булған Аждаһа эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.  

Туймазы музейында Яңы йыл оҫталыҡ дәресе үтте
Туймазы музейында Яңы йыл оҫталыҡ дәресе үтте

"Йыл дауамында коллегалар балалар һәм өлкәндәр өсөн экскурсиялар һәм саралар үткәрә. Бөгөн уларҙың бер аҙ ял итеүҙәрен теләйем. Минең оҫталыҡ дәресем улар өсөн Яңы йыл бүләге буласаҡ», – ти Ольга Александровна.

 

Педагог етәкселегендә музей хеҙмәткәрҙәре йыл символын пластиктан һәм ҡағыҙҙан эшләне. Мифологик персонаждың макетын оҫталыҡ дәресе авторы уйлап таба. Һуңынан оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар фотосессия һәм сәй эсеү ойошторҙо.

Туймазы музейында Яңы йыл оҫталыҡ дәресе үтте
Туймазы музейында Яңы йыл оҫталыҡ дәресе үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: