+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
26 Декабрь 2023, 14:59

Туймазы халҡы автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләккән ҡыҙ менән видеоны бер-береһенә ебәрә

Дүртенсе синыф уҡыусыһы сит ил машинаһы тәгәрмәстәре аҫтына эләгә.

Туймазы халҡы автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләккән ҡыҙ менән видеоны бер-береһенә ебәрә
Туймазы халҡы автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләккән ҡыҙ менән видеоны бер-береһенә ебәрә

Йома, 22 декабрҙә, Туймазыла Комаров-Чапаев урамдары сатында автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына бала эләгә. Ваҡиғаны видеокүҙәтеү камераһы теркәгән. Видеола өс уҡыусының светофорҙың йәшел сигналына юл аша сығыуы күренә. Был ваҡытта аҡ сит ил машинаһы водителе һулға борола. Ул йәйәүлеләрҙе үткәрә, әммә ҡыҙҙарҙың береһе ҡапыл кире борола һәм машина аҫтына эләгә. Тәгәрмәстәр аҫтынан сығып, ҡурҡып ҡалған бала тороп, тротуарға йүгерә.

 

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙы бәрҙергән автомобиль водителе туҡтап, уның менән барыһы ла яҡшымы, тип һораған. Һуңынан ул юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып китә.

 

Һуңыраҡ зыян күреүсенең 7-се мәктәптең дүртенсе синыф уҡыусыһы булыуы асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң уны дауаханаға алып киләләр, унда ҡыҙҙың йәрәхәттәре теркәлә һәм уны табиптар өйөнә ҡайтара. Автомобиль водителенең шәхесе асыҡлана.

Социаль селтәрҙә туймазылылар, булған хәлгә комментарий биреп, ҡыҙҙың «күлдәктә тыуыуын» әйтә.

Сығанаҡ - https://tuvest.ru/news/novosti/2023-12-26/zhiteli-tuymazov-rassylayut-video-sbitogo-rebenka-pod-kolesami-avtomobilya-3582508

Туймазы халҡы автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләккән ҡыҙ менән видеоны бер-береһенә ебәрә
Туймазы халҡы автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләккән ҡыҙ менән видеоны бер-береһенә ебәрә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: