+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
6 Февраль 2023, 11:01

Туймазы районындағы дауаханалар яңы кадрҙар менән тулылана

2022 йылда Туймазы үҙәк район дауаханаһының һаулыҡ һаҡлау системаһына йәш белгестәр эшкә урынлашты.

«Земской доктор» федераль программаһы сиктәрендә Ҡандра дауаханаһына травматолог-ортопед, йәш белгес Илдар Әпсәләмов килде. Собханғол дауаханаһы ике медик менән тулыланды. Улар - отоларинголог Ләйсән Ионова һәм офтальмолог Регина Хәкимйәнова. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл врач амбулаторияһында стоматолог Исламеддин Курбонов эшләй башланы. Райман фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер Лилиә Ғәлләмова урынлашты. Бөтә йәш белгестәр миллион ярым һум алды, ә Лилиә Ғәлләмоваға «Ауыл фельдшеры» программаһы сиктәрендә 750 мең һум түләнде.

Бынан тыш, Республика клиник дауаханаһының хирургия бүлегенә - табип-хирург Алмаз Зарипов, 2-се поликлиникаға табип-невролог Константин Полетун урынлашты. Үҙәк район дауаханаһына эшләргә өс табип ғаиләһе килде. Үҙәк район дауаханаһының маҡсатлы йүнәлтмәһе буйынса уҡыған Юрий һәм Гөлназ Ермоленко участка терапевтары сафын тулыландырҙы. Бикҡужиндар ғаиләһендә тормош иптәше - Морат - балалар хирургы, ҡатыны Софья балалар поликлиникаһында табип-офтальмолог булып эшләй. Эдуард һәм Аделия Бурлаковтар - участка терапевтары.

2023 йылда яңы кадрҙар йәлеп итеү буйынса эш дауам итә.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: