+20 °С
Дождь
9 мая - День Победы
18 Октября 2022, 11:13

Туймазыла баланы бәрҙергәндәр

Юл-транспорт ваҡиғаһы дүшәмбе көндө булған.

Көндөҙ Совет урамында ете йәшлек малай светофорҙа ҡыҙыл төҙ янғанда юл аша сығып барған. Уны 34 йәшлек ВАЗ-2112 водителе бәрҙергән һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Ләкин ул алыҫҡа китә алмаған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Түбәнге Сәрҙек ауылында бер ирҙе ҡулға алған. Баланың ғәйебе юл-транспорт ваҡиғаһында асыҡтан-асыҡ, ләкин водитель дә, ваҡиға урынынан ҡасып, законды боҙған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас